Иҡтисад
28 Май 2021, 17:15

Яңы комплексҡа ышаныс ҙур

Туймазылағы полигондарҙың ҡулланылыу срогы оҙаясаҡ, икенсел сеймалды ҡабаттан файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районына эш сәфәре барышында “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк операторының сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплексында булды.
Предприятие директоры Илнур Шакировтың әйтеүенсә, проектҡа ярашлы төҙөлгән, республиканың Инвестиция комитеты тарафынан хупланған комплексты рөхсәт ҡағыҙҙары алынғандан һуң файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Ул йылына 100 мең тоннаға яҡын ҡаты ҡалдыҡты эшкәртәсәк.
"Бинаны төҙөүгә һәм сүп-сарҙы сортҡа айырыу ҡорамалы алыуға 140 миллион һум аҡса һалдыҡ, - ти Илнур Шакиров. - Бында заманса ҡорамал ҡуйылған. “Грохот” системаһы органик берләшмәне иләргә булыша, тәүге этапта артабан ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ 30 процентҡа яҡын компонентты алып ташлай. Ҡалған берләшмәләр сортҡа айырыу линияһына бирелә, унда икенсел ресурстар тәрән эшкәртелә. “Шредер” ҡорамалы эре ҡалдыҡтарҙы ваҡлап, утилләштерелгән ҡалдыҡтар күләмен кәметә. Комплексты файҙаланыуға тапшырыу менән илленән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк, Туймазылағы полигондарҙың ҡулланылыу срогы оҙаясаҡ, икенсел сеймалды ҡабаттан файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ".
- Беҙ “сүп-сар реформаһы”н планлы алып барабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бынан ике йыл элек төбәктә йүнле контейнерҙар һәм сүп-сар майҙансыҡтары юҡ ине. Ҡарағыҙ, хәҙер улар күпме беҙҙең ҡала һәм ҡасабаларҙа! Яңы сүп ташығыс машиналар күренде, инфраструктура заманса йөҙ ала бара. Полигондарға сүп сығарыу фото- һәм видеокүҙәтеүҙә сағыла. Был - революцион алға китеш. Әммә, һис һүҙһеҙ, башҡараһы эштәр аҙ түгел.
Шуның менән бергә Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, Яңы Черкассы ҡасабаһы полигонында ҡалдыҡтар яныу сәбәпле, Өфөлә атмосфера торошо хаҡында хәбәр итә. Ҡалдыҡтарҙың төтөнләп быҫҡып ятыуы һауаны бысрата. Ҡайһы бер матдәләр буйынса тейешле концентрацияның юғары булыуы асыҡланған. “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” “Черниковка” муниципаль янғын һүндереү часы расчеттары менән берлектә утлы усаҡтарҙы һүндереү хәстәрен күрә, төтөн сығып ятҡан майҙан 80 квадрат метрҙан 30 квадрат метрға тиклем кәметелгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас