Иҡтисад
29 Май 2021, 08:30

Уңышлы һата белеү ҙә мөһим

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Экспортер клубтары вәкилдәренең беренсе ултырышы ойошторолдо.

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Экспортер клубтары вәкилдәренең беренсе ултырышы ойошторолдо.
Унда республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов, шулай уҡ “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең Түбәнге Новгородтағы бүлеге етәксеһе Николай Ереев ҡатнашты.
"Мартта клубтың тәүге әҙерлек ултырышын уҙғарҙыҡ, ул продукцияларҙы халыҡ-ара электрон майҙансыҡтарға таратыуға арналды, – тине Маргарита Болычева. – Бөгөн иһә көн тәртибендә көнүҙәк тема – баҙар иҡтисады шарттарында сауҙала ихтыяж менән файҙаланған тауарҙы етештереү генә түгел, ә уны уңышлы һатыу ҙа. Конкурентлыҡ ни тиклем юғары кимәлдә булһа, ҡулланыусы шул хәтлем талапсан. Тышҡы баҙарҙа уңышлы эшләү өсөн халыҡ-ара сертификат алыу мотлаҡ".

“Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең Түбәнге Новгородтағы бүлеге етәксеһе Николай Ереев белдереүенсә, тышҡы баҙарҙы өйрәнеү ҡатмарлы һәм күп ваҡытты ала. Әлеге сарала донъя баҙарына сығырға теләгән эшҡыуарҙар осрашып, ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡараған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас