Иҡтисад
31 Май 2021, 13:30

"Иҡтисад коронавирусҡа тиклемге кимәлгә сыға башланы"

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә халыҡ кәсептәре әйберҙәре етештереүселәргә ярҙам программаһын әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә халыҡ кәсептәре әйберҙәрен етештереүселәргә ярҙам итеү программаһын әҙерләргә ҡушты. Был турала һүҙ бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә барҙы, унда сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Александр Шельдяев тармаҡтың 2021 йылдың ғинуар - апрель айындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Министр белдереүенсә, ошо осорҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102,1 процентҡа еткән. Ул Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ (101,1 процент). Иң яҡшы динамиканы ағас эшкәртеү (160,6 процент), полиграфия эшмәкәрлеге (155,2 процент), автотранспорт саралары етештереү (154,1 процент) күрһәткән.
Үҫештең иң һөҙөмтәле ҡоралдары тип министр “Газпром”, “Ростех”, “Башнефть” һәм УГМК менән берлектә булдырылған эш төркөмдәрен атаны. Улар нигеҙендә көнүҙәк социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм хеҙмәттәшлек итеү буйынса аныҡ юл карталары булдырылған. Ошондай уҡ форматта республика “Роскосмос” структуралары менән хеҙмәттәшлек итә башлаясаҡ. Берҙәм эш тураһындағы килешеүгә Санкт-Петербургта үтәсәк халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡул ҡуйылыр тип көтөлә.
Бынан тыш, республикала тармаҡтың инвестиция мөмкинлектәре үҫеше лә яҡшырған. Ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында республиканың Инвестиция комитеты тармаҡтың дөйөм хаҡы 34 миллиард һумлыҡ яңы 14 проектын ҡараған. Улар буйынса 700 эш урыны булдырыласаҡ.
Барлыҡ сәнәғәт предприятиеларының дөйөм проекттар портфеле 430 миллиард һумдан ашҡан, улар 15 йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш.
"Преференциялы зоналарҙы үҫтереү маҡсатына ярашлы, Башҡортостанда 11 индустрия паркы һәм 18 технопарк ғәмәлдә, уларҙа дүрт мең эш урыны булдырылған. Был майҙансыҡтарҙа 70-тән ашыу резидент 44 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра", – тине Александр Шельдяев.
Башҡортостан Башлығы, Хөкүмәттең индустрия блогы һөҙөмтәле эшләй, тине. Ул тармаҡҡа яҡшы темптар менән үҫешеү мөмкинлеген бирә.
– Беҙҙең иҡтисад яйлап ҡына коронавирусҡа тиклемге кимәлгә сыға башланы. Министрлыҡ республика сәнәғәтселәренең ысын партнерына әйләнде. Емешле эш өсөн Сәнәғәтте үҫтереү фонды коллективына рәхмәт. Яҡын арала беҙ уны капиталләштереү мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, быйыл августа Башҡортостанда Урман форумы үтәсәк. Уның көн тәртибен булдырған саҡта ағас эшкәртеү кластерын үҫтереүҙең көнүҙәк һорауҙарын анализлау мөһим.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Хөкүмәткә республика өсөн традицион булған йүнәлеш – халыҡ кәсептәре әйберен етештереүгә ярҙам итеү программаһын әҙерләй башларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас