Иҡтисад
1 Июня 2021, 16:30

“Агростартап” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителде

Бөгөн “Фермерҙар мәктәбе”н тамамлағандарға тантаналы рәүештә таныҡлыҡ тапшырҙылар.

Бөгөн “Фермерҙар мәктәбе”н тамамлағандарға тантаналы рәүештә таныҡлыҡ тапшырҙылар. Сараны республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов асты.
“Фермерҙар мәктәбе”, билдәле булыуынса, “Россельхозбанк” ойошторған программа буйынса тормошҡа ашырыла, ул ауыл хужалығында эшләргә теләгәндәрҙең белемен арттырыуға йүнәлтелгән. Таныҡлыҡ алғандарҙы Рәмил Нуриәхмәтов “Агростартап” федераль программаһында ла ҡатнашырға өндәне.
Таныҡлыҡҡа эйә булған 20 кеше “Һыу ҡоштары” һәм “Умартасылыҡ” йүнәлеше буйынса белем алған.
"Республикала шәхси хужалыҡтарға ла, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Дәүләт ярҙамы ла шаҡтай. Был программаларҙы тормошҡа ашырыуға республика һәм федераль ҡаҙнанан йыл һайын 700 миллион һум аҡса бүленә", - тине Рәмил Нуриәхмәтов.
Яңы белем алып, эш башларға йыйынған фермерҙар үрҙә телгә алынған гранттар ярҙамында үҙ проекттарын тормошҡа ашыра аласаҡ.
Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр 2021 йылдың 9 – 25 июненә тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса эш көндәрендә мөрәжәғәт итә ала. Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 218 – 05 – 26, 218 – 05 – 29. Конкурс шарттары менән тулыраҡ ошо һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/353031/
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайты.
Читайте нас