1 июндән 31 июлгә тиклем “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул ителә. Конкурс, Башҡортостан Републикаһы Башлығы Указына ярашлы, һалым тәртибе юғары кимәлдә булған, бизнес менән асыҡтан-асыҡ шөғөлләнгән ойошмаларҙы асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла.
Сарала ҙур ойошмалар, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Конкурс һалым түләүсенең төп эшмәкәрлек төрөнә ҡарап, ун номинация буйынса ойошторола. Улар: ауыл һәм урман хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, эшкәртеүсе производстволар, электр энергияһы, газ, пар менән тәьмин итеү, төҙөлөш, сауҙа, йөк ташыу һәм һаҡлау, һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү.