Элегерәк ойошмалар ғына банкротлыҡты рәсмиләштерә ала ине. 2015 йылда граждандарҙың да ошондай хоҡуғы ҡануниәттә нығытылды.
Хәҙер, иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөлгөнлөккә төшөүҙе рәсмиләштереүҙе тәҡдим итеүселәр ныҡ күбәйеп китте. “Бурысығыҙҙан законлы юл менән ҡотҡарабыҙ”, “Кредиттарығыҙҙан закон нигеҙендә бөтөнләйгә азат итәбеҙ”, “Граждандарҙың банкротлығын рәсмиләштереүҙе гарантиялайбыҙ” – нимә генә вәғәҙә итмәй һәр төрлө фирмалар! Улар хатта “бурыстан да ҡотҡарабыҙ, мөлкәтегеҙҙе лә үҙегеҙҙә ҡалдырабыҙ” ти. Халыҡтың күпләп кредит алыуын, байтағының үтесен ҡайтара алмауын иҫәпкә алһаң, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Тик бындай һәр тәҡдимде ысынға алһаң, алданып ултырып ҡалыуың да бар. Закон нигеҙендә эш итеү генә бөлгөнлөктө рәсмиләштереүҙе һәм бурыстарҙан ҡотолоуҙы тәьмин итә. Алдыҡ вәғәҙәләргә ышанмағыҙ, бүре лә иҫән, һарыҡ та туҡ ҡалырына ымһынмағыҙ.
*Судта, кредит алған саҡта, уны ҡайтарырға һәләтле булғанығыҙҙы иҫбат итергә кәрәк буласаҡ. Әгәр кредитты алғанда ялған документтар, ялған яҙыуҙар менән эш иткән булһағыҙ, һеҙгә РФ Енәйәт кодексының “Кредит алыу өлкәһендә мутлыҡ” тигән 159.1-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ янай. Бурыстарығыҙ ҙа үҙегеҙҙә ҡала, етмәһә, енәйәт өсөн хөкөм язаһы ла өҫтәлә.
*Судтың, банкрот тип иғлан иткән хәлдә лә, бурыс ҡайтарыуҙан азат итмәүе бар. Был осраҡта эш Арбитраж судына күсерелә.
*“Банкротлыҡ тураһында”ғы федераль закондың 213.28-се статьяһы буйынса, бөтә бурыстар ҙа ғәмәлдән сығарыла алмай. Мәҫәлән, алимент, һаулыҡҡа йә мөлкәткә килтерелгән зыян хаҡы, әхлаҡи зыянды ҡаплау, ағымдағы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү һ.б. кеүек бурыстарға был ҡағылмай.
*Бөлгөнлөктө рәсмиләштереү процесы башланғансы суд бурысығыҙҙы реструктуризациялау мөмкинлеген ҡараясаҡ, йәғни айлыҡ түләүҙәрегеҙ күләмен кәметеү, бурыс мөҙҙәтен арттырыу менән сикләнеүе ихтимал.
*Банкротлыҡ ҡулай тип табылһа, һеҙгә финанс идарасыһы тәғәйенләнәсәк. Ул бөтә килемдәрегеҙҙе контролдә тотасаҡ.
Бөлгөнлөктө рәсмиләштереү
Был эштә сығымдар түбәндәгеләрҙән тора, ти, һеҙгә ҡармаҡ һалыусы фирмалар:
*дәүләт пошлинаһы – 300 һум;
*финанс идарасыһына түләү – 25 000 һум;
*банкротлыҡ тураһында иғлан баҫтырыу – 2 000 һум тирәһе.
Финанс идарасыһы хеҙмәттәренең уртаса баҙар хаҡы – 200000 һум. Ул эшкә тотонор алдынан һеҙҙән ошо сумманы алыу мөмкинлеген тикшерәсәк. 25 000 һумға өҫтәп, бөтә мөлкәтегеҙҙе һатҡандан килгән сумманың ете процентын үҙенә түләтәсәк. Мөлкәтегеҙҙе һатыуҙан табыш килере тойолмаһа йә кәрәк сумманы үҙегеҙ түләй алмаҫтай булһағыҙ, финанс идарасыһы һеҙҙе нисек тә фашларға һәм кредиторҙарығыҙға бурыстарығыҙҙы ҡайтарттырырға тырышасаҡ. Үҙенә тейешле ете процентты алыр өсөн бөтә килемегеҙҙе контролгә аласаҡ, һуңғы өс йыл эсендә һатып ебәргән мөлкәтегеҙ буйынса килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға тырышасаҡ, әммә бының өсөн етди раҫламалар кәрәк була.
Финанс идарасыһына ышанмағыҙ. Уның менән эш итер өсөн һеҙгә банкротлыҡ буйынса юрист ялларға кәрәгәсәк.
Бөлгөнлөктө рәсмиләштереү өсөн бурыс күләме күпме булырға тейеш?
Кредиторҙар кәм тигәндә 500 000 һум бурысы булған граждандарҙың бөлгөнлөккә төшөүен раҫлауҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итә ала. Бурыслылар өсөн бындай сикләү юҡ.
Бурысҡа туған-тыумасаның ҡағылышы буламы?
Туғандарығыҙ һеҙҙең бурыс өсөн яуаплы түгел, әммә коллекторҙар, ғәҙәттә, туғандарҙы бик оҫта файҙалана.
Шулай ҙа закон менән ҡаралған яуаплылыҡ осраҡтары ла бар:
*кредит алыусының поручителдәре;
*бурыслының вариҫтары, әлбиттә, вариҫ булыуҙан баш тартыу мөмкинлеге бар;
*ир менән ҡатын никах килешеүе буйынса милек мөнәсәбәттәрен көйләмәгән булһа, берҙәй яуаплы.
Бөлгөнлөккә төшкән кешенең фатирын/йортон да тартып алалармы?
Берҙән-бер фатирын/йортон тартып алмайҙар, әммә ул залогта, йәғни банк ипотекаһында булһа, банк уны, әлбиттә, тартып ала. Тейелгеһеҙ әйберҙәр исемлеге РФ Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 446-сы статьяһында билдәләнгән.
Бөлгөнлөктө рәсмиләштереү мәсьәләләре буйынса беҙгә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. “Эгида хоҡуҡи яҡлау үҙәге” ЯСЙ-һы юридик компанияһы Өфө ҡалаһы Ибраһимов бульвары, 37-се йорт, 114-се офис адресы буйынса урынлашҡан. Беҙ рәсми эш итәбеҙ һәм юридик хеҙмәттәр баҙарында билдәлебеҙ. Беҙҙә ҡануниәттең бөтә өлкәләрендә ҙур тәжрибә туплаған юристар эшләй. Килешеү төҙөгәндән алып бурысты тулыһынса ғәмәлдән сығарғансы клиентты оҙата барабыҙ. Ташламалар, түләүҙе кисектереүҙәр бар. Коллекторҙарҙан һәм приставтарҙан яҡлайбыҙ. Беҙгә 89174167971 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Беҙҙең менән социаль селтәрҙәрҙә һәм сайттарҙа таныша алаһығыҙ: