Иҡтисад
1 Июня 2021, 18:45

"Барығыҙҙы ла үҙебеҙҙең стенд янында көтәбеҙ"

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров социаль сәхифәһендә иртәгә башланасаҡ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы хаҡында яҙҙы.

Иртәгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы башлана. Сара хаҡында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә яҙҙы.
“Коронавирус та, локдаун да беҙгә былтыр инвестицияларҙы арттырырға ҡамасаулай алманы. Ыңғай һөҙөмтә күп тә түгел – бер процент ҡына, әммә хәл-ваҡиғаларҙы иҫәпкә алғанда, ул беҙгә бигерәк ҡәҙерле. Иҫегеҙгә төшөрәм: ил буйынса уртаса күрһәткес ул саҡта яҡынса 1,5 процентҡа кирегә киткәйне.
Капитал һалыуҙың яңынан-яңы сығанаҡтарын эҙләү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс. Шуға ла яҡын көндәрҙә барыбыҙ ҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эшләйбеҙ. Унда булған бөтә кешене үҙебеҙгә ҡунаҡҡа – G павильонындағы 10-сы стендҡа саҡырабыҙ. Үҙебеҙҙең авиация кластеры менән таныштырырға, Республика менән идара итеү үҙәге тураһында һөйләргә йыйынабыҙ. Һуңғыһы башҡа төбәктәрҙә төҙөлгән оҡшаш структураларҙан айырыла. Уларҙа ҡаралған социаль блоктан тыш, беҙҙә иҡтисади блок та була. Тап шуға күрә лә беҙ уның менән потенциаль инвесторҙарҙы таныштырырға булдыҡ. Улар беҙҙең дәүләт аппараты, муниципаль власть эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә ниндәй ҙур әһәмиәт биргәнебеҙҙе күрһен, беҙҙә уларға эшләргә бик яйлы, илдең башҡа күп кенә төбәктәренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнен аңлаһын, тип теләйбеҙ. Беҙҙә иң уңайлы инвестмөхит икәнен күрһәтер өсөн бөтә потенциаль инвесторҙарҙы ла беҙҙең стенд янында көтәбеҙ.
Форумда осрашҡанға тиклем!” – тип яҙҙы А. Назаров.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: “Фейсбук”тағы сәхифә.
Читайте нас