31 майҙа республика Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда инфраструктураны кредитлау нигеҙендә төбәктәге ҙур объекттарҙы финанслау мәсьәләләре тикшерелде. 2023 йыл аҙағына тиклем ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан Рәсәй төбәктәренә кәмендә 500 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә кредиттарҙың йылына өс процент менән 15 йылға бирелеүе тураһында белдергәйне. Финанслау өсөн проекттар конкурс нигеҙендә һайлап алына.
Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика министрлығы әҙерләгән ғаризаға дөйөм хаҡы 160 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 173 социаль, коммуналь һәм транспорт инфраструктураһы объекты ингән. Өҫтөнлөклөләр иҫәбендә – Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере һалыу һәм Өфө тимер юл ҡулсаһы төҙөү.
Бынан тыш, ғаризаға торлаҡ күпләп төҙөлгән Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалара аръяғындағы яңы биҫтәләр өсөн коммуналь селтәрҙәр үткәреү проекттары ла индерелгән.
– Халҡыбыҙ өсөн мөһим социаль объекттарҙы сафҡа индереү өсөн кәрәкле “оҙон” һәм “осһоҙ” аҡса тураһында һүҙ бара. Хәҙер проект-смета документтарын сифатлы итеп әҙерләүгә һәм федераль үҙәк менән даими бәйләнеш булдырыуға күп нимә бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Объекттарҙы финанслау буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар республика үҫешенә етди йоғонто яһаясаҡ.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар биләмәләрҙең комплекслы үҫешен тәьмин итеү өсөн ҡануниәт базаһын камиллаштырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов Октябрьский ҡалаһындағы “Яҙ” торлаҡ комплексының күп фатирлы 18-се йортон һалыу буйынса төҙөлөш-монтаж эшенең тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Ошо уҡ комплекстағы төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған тағы ла бер объект – 19-сы йортто төҙөүселәр быйыл сентябргә тапшырырға ниәтләй.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142315.html