Иҡтисад
1 Июнь 2021, 18:15

Өс хеҙмәттәшебеҙ – еңеүсе

Финанс темаһына яҙған журналистар конкурсында иң күп еңеүсе Башҡортостандан булды.

Чебоксары ҡалаһында финанс темаһына яҙған журналистар араһындағы абруйлы “Рублевая зона” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы тамамланды. Ул туғыҙынсы йыл рәттән Рәсәй Дәүләт Думаһының финанс баҙарҙары буйынса комитеты ярҙамы менән үтә.
Быйыл иң күп еңеүсе Башҡортостандан булды. “РБК-Өфө”нән Рауил Ватолин “Иң яҡшы телесюжет авторы” номинацияһында – өсөнсө, “UfaCityNews” порталы вәкиле Олеся Вилданова “Интернет баҫмаларҙа иң яҡшы публикация авторы” номинацияһында – икенсе һәм “Башинформ” агентлығы, “Эксперт Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Станислав Шахов “Шәхси финанстар тураһында иң яҡшы автор проекты” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Һүҙ еңеүселәргә:
– Быйыл конкурс башҡа йылдарҙағы кеүек үк бик юғары кимәлдә үтте. Ойоштороусыларға 400-ҙән ашыу эш килгән. Был бәйгенең айырмаһы – эштәрҙе юғары кимәл белгестәре – Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе, тармаҡ союздары вәкилдәре баһалай. Һәм һинең хеҙмәтеңде һайлап алыуҙары – ҙур ҡыуаныс. Күренеүсенсә, финанс журналистикаһы көсәйә, был халыҡтың финанс грамоталағы түбән кимәлдә булған саҡта бик яҡшы күренеш тип иҫәпләйем, – тине Рауил Ватолин.
– Был конкурсҡа тәүге тапҡыр эштәремде ебәрҙем һәм финалистар исемлегенә индем. Был бик ҙур шатлыҡ һәм мотивация – хеҙмәтеңде юғары баһалағанда яҡшыраҡ эшләге килә бит. Мәҡәләне мин үҙемдекеләр өсөн яҙҙым: туғандар, яҡындар, уҡыусыларыбыҙ даими рәүештә финанс йәһәтенән алданыуы тураһында әйтеп тора. Алдаҡсылар тоҙағына эләкмәһендәр өсөн инструкция яҙырға тура килде. Күп рәхмәт алдым. Ә эшемде конкурста ла баһалауҙары икеләтә шатлыҡ, – ти Олеся Вилданова.
– Финанс журналистикаһы мотлаҡ акциялар, валюта курстары һәм инвестициялар тураһында түгел. Бында алдаҡсылар ҡорбаны булмау өсөн файҙалы кәңәштәр, күҙәтеүҙәр, кешеләрҙең хоҡуҡтары, ташлама, пособиелар алыу юлдары һәм башҡа файҙалы нәмәләр ҙә бар. Беҙҙең хеҙмәтте уҡыусыларыбыҙ ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге юғары эксперттарҙың да баһалауы бик һәйбәт, – ти Станислав Шахов.
“Рублевая зона” төбәк конкурсы 2014 йылдан алып үтә. Уның генераль партнеры булып Рәсәй Журналистар союзы тора.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас