Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, быйыл ҡалала Ботаника, Ҡырым урамдарында, Академик Королев проспектының Суханов урамынан алып Гоголь урамына тиклемге участкаһында юл төҙөкләндерелә.
Әле муниципаль килешеү нигеҙендә “Башкиравтодор” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып, асфальт-бетон япма өсөн нигеҙ әҙерләй. Юл периметры буйынса спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында велосипед юлын һалыу, ә Ҡырым урамында, проект буйынса, автотуҡталҡалар асыу күҙаллана. Техник планға ярашлы, юл һалынған урамдарҙа яуым-төшөм ағып төшөү өсөн канализация, шулай уҡ электр селтәрҙәрен үткәреү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу ҡарала.