Иҡтисад
2 Июнь 2021, 08:30

21 инвесторҙан - 33 проект

Башҡортостан юл буйы комплекстарын төҙөүгә дүрт миллиард һум йәлеп иткән

Башҡортостан юл буйы комплекстарын төҙөүгә дүрт миллиард һум йәлеп иткән. “Инвестиция сәғәт”ендә 21 инвестор 33 проект менән сығыш яһаны. Был турала республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының Туймазы районында үткәрелгән семинарында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Хәҙерге мәлгә инвесторҙар йәлеп итеүҙә иң ҙур әүҙемлек күрһәтеүселәр – Өфө районы (14 проект), Кушнаренко (5 проект), Иглин (4 проект) һәм Өфө ҡалаһы (4 проект). Башҡортостан Хөкүмәте раҫлаған проекттар өсөн Үҫеш корпорацияһы бизнес-пландар әҙерләй.
Фото: https://pravitelstvorb.ru.
Читайте нас