Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы - Башҡортостанға үҙенең инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтер өсөн абруйлы майҙан.
Вице-премьер әйтеүенсә, проекттар бөтә тармаҡтарға ла ҡарай. Төбәк стендында мөһим урындарҙың береһен авиация-сәнәғәт кластеры экспозицияһы биләй, шулай уҡ һанлаштырыуға ҙур баҫым яһала.
"Форумда әүҙем рәүештә инвесторҙар менән аралашыу бара, йола буйынса, бында донъя һәм Рәсәйҙең иң ҙур компаниялары йыйыла. Былтыр ковид сикләүҙәре сәбәпле форум булмағайны, шуға быйыл әүҙемерәк эшләргә кәрәк", – тине Рөстәм Моратов.
Башҡортостан стенды ете функциональ объекттан тора. “Республикаға идара итеү үҙәге” зонаһы футуристика стилендә башҡарылған, унда экран һәм панель бар. Төбәктең авиация кластерын “ОДК-УМПО”, “Геоскан” һәм Күмертау авиация етештереү берекмәһе компаниялары тәҡдим итә. Был зонала К-32 вертолеты макеты, ДТ-30ПМ ике бүлкәтле транспортер, “Геоскан Gemini” квадрокоптеры, “Геоскан-201” пилотһыҙ самолеты һәм пилотһыҙ авиация комплексы макеттары ҡуйылған.
Башҡортостан үҫешенең туристик йүнәлеше Шүлгәнташ мәмерйәһе кеүек эшләнгән һәм төбәктең тәбиғәт ресурстары картаһы урынлаштырылған. Эшлекле һөйләшеү зонаһында ҡунаҡтарҙы үлән сәйҙәре менән һыйлайҙар.
Ә башҡорт йолалары зонаһында тәбиғи солоҡ балын тәмләп ҡарарға ғына түгел, уны етенсе быуындағы оҫта солоҡсо Әнүр Вахитовтың нисек алыуын да күрергә була.