Иҡтисад
2 Июнь 2021, 13:30

“Хәҙер үтә күренмәлелек артты”

Ярты йыл эсендә системала 3,5 заказсы һәм 4,5 мең ташыусы теркәлгән.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Быға тиклем күләме 600 мең һумдан артмаған дәүләт һатып алыуҙары өсөн электрон система булманы. Шуға был һатып алыуҙарҙы контролдә тотоу бик ауыр ине. Беҙ ошо мәсьәләне хәл иттек һәм бәләкәй күләмле сауҙаның махсус агрегаторын эшләнек. Кемгә ҡыҙыҡ икән, түбәндәге адрес буйынса танышырға мөмкин: https://zakaz.bashkortostan.ru/.
Был – республика һәм муниципаль заказсылар үҙ һатып алыуҙарын урынлаштырған сәхифә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, ҙур йүнселлек менән бер рәттән, конкурстарҙа ҡатнаша ала. Заказсы башҡарыусыны баһаламаға һәм хаҡтарға ҡарап таба.
Был системаны сафҡа индереү ярҙамында эшҡыуарлыҡҡа ғына түгел, муниципалитеттарҙа һәм дәүләт структураларына ла ярҙам иттек. Быға тиклем бындай альтернатива юҡ ине, шуға конкурста аҙмы-күпме ҡатнашыусылар тарафынан тәҡдим ителгән хаҡтар буйынса һатып ала инек. Хәҙер үтә күренмәлелек артты, альтернатива күренә, конкуренция үҫә, һөҙөмтәлә хаҡтар кәмей.
Агрегаторҙың һөҙөмтәлелеге күренә. Ярты йыл эсендә системала 3,5 заказсы һәм 4,5 мең ташыусы теркәлгән. Барлығы 1 миллиард һумлыҡ 11 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән. Экономия 67 миллион һум тәшкил итте. Ярты йыл өсөн был күрһәткестәр яҡшы. Тағы һатып алыуҙар башланғанға тиклем заказсы төбәк Bash.market марткетплейсына инергә мөмкин. Шулай итеп, һәр сарыф ителгән тин ҡаты контроль алып барыла, аҡса һөҙөмтәле файҙаланыла".
Фото: veteranrb.ru
Читайте нас