Иҡтисад
2 Июнь 2021, 17:15

Инвесторҙар беҙҙә эшләргә теләй

"Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, беҙ Хөкүмәттең һәм Ауыл хужалығы министрлығының ярҙамын тоябыҙ".

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән "А7 Менеджмент" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәшлек алып барырға килеште. Документҡа вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән йәмғиәттең генераль директоры Алексей Комаровских ҡул ҡуйҙы.
– “А7 Менеджмент” республиканың агросәнәғәт комплексындағы ҙур инвесторы булып тора. Компанияның “А7 Агро-Рб” төбәк предприятиеһы Башҡортостандың ете районында етештереү эшмәкәрлеге алып бара. Уның төбәктә хеҙмәт күрһәтеүе ваҡытында 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды, бер миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтелде", – тине Илшат Фәзрахманов.
Компанияның үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарындағы яңы программаһы Балтас районында тормошҡа ашырыласаҡ. Агротехника алыу өсөн инвестиция күләме 500 миллион һум күләмендә баһалана. Шулай уҡ инвестор 200 миллион һум самаһы аҡсаны Бишбүләк районы проекттарына ебәрәсәк.
"Беҙгә Башҡортостанда бизнесыбыҙҙы үҫтереү оҡшай, бында инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, беҙ Хөкүмәттең һәм Ауыл хужалығы министрлығының ярҙамын тоябыҙ", – тине Алексей Комаровских.
Билдәле булыуынса, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 2 июндән 5 июнгә тиклем бара. Беҙҙең делегацияға республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә. Башҡортостан форумда 20-нән ашыу килешеү төҙөмәксе.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас