Иҡтисад
2 Июнь 2021, 16:15

Катар Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

Санкт-Петербург ҡалаһында асылған Халыҡ-ара иҡтисади форумда Катарҙың рәсми делегацияһына Башҡортостандың мөмкинлектәрен күрһәттеләр.

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында асылған Халыҡ-ара иҡтисади форумда Катарҙың рәсми делегацияһына Башҡортостандың мөмкинлектәрен күрһәттеләр.
Катарҙың сауҙа һәм сәнәғәт министры Али бен Ахмед аль-Кувари Башҡортостан стенды менән танышты. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева ҡунаҡҡа Республикаға идара итеү үҙәге, төбәктең сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Министр коллегалары менән бергә солоҡ балын нисек алыуҙарын ҡараны, уны ашап ҡараны. Аль-Кувари әфәнде Башҡортостандың мөмкинлектәрен бик юғары баһаланы.
"Беренсе контакттар, һөйләшеүҙәр булды ла", – тине вице-премьер Илшат Фәзрахманов.
Һүҙ тәү сиратта “Хасад фуд” компанияһы тураһында бара. Улар Катарҙан аҙыҡ-түлек тармағындағы инвесторҙар. Был компанияның генераль директоры Мубарек әфәнде башҡорт балын тәмләп ҡараны, сифатын юғары баһаланы. Ул Башҡортостандан Катарға тәбиғи бал килтереүҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
"Мин тәбиғи ресурстарға бай, изге күңелле кешеләр йәшәгән республиканы күрҙем. Мин балды яҡшы беләм һәм шуны әйтә алам: башҡорт балы бик сифатлы. Беҙгә шулай уҡ һыйыр һәм һарыҡ ите килтереү ҙә ҡыҙыҡһындыры. Беҙҙең хеҙмәттәшлегебеҙ оҙайлы булыр тип ышанам", – тине ул.
Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бер аҙна эсендә Катар делегацияһына барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт әҙерләп биреләсәк.
– Һүҙ һыйыр, һарыҡ ите, бал һәм хәләл маркаһы аҫтында сығарылған башҡа тауарҙар тураһында бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Катарҙа Башҡортостан тураһында насар беләләр. Беҙҙең тауар унда ҙур күләмдәрҙә юҡ. Бөгөн форумда тәмләп ҡарағас, улар ҡыҙыҡһынды, беренсе контакттар булдырылды, – тине ул.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас