Иҡтисад
2 Июнь 2021, 09:15

“Кировец” тракторҙары республикаға ташлама менән һатыласаҡ

Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Петербург трактор заводының етәксеһе Сергей Серебряков менән осрашты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Петербург трактор заводында булды һәм уның етәксеһе Сергей Серебряков менән осрашты.
Сара Санкт-Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә үтте.
“Петербург тракторҙар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы араһында 2021 йылда “Кировец” тракторҙары һатып алыуға 5 процентлы ташлама алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был килешеүҙе 2022 йылға ла оҙайтыу ниәте менән сығыш яһаны Илшат Фәзрахманов.
  • Һеҙ эшләгән техника заман талаптарына яуап бирә. Республика баҫыуҙарында “Кировец” тракторы күрһәм, мотлаҡ туҡтап ҡарайым. Республика аграрийҙары трактор менән ҡәнәғәт. Һуңғы биш йылда республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр 180 “Кировец” тракторы алды. Йәмғеһе төбәктә 930 бындай ҡеүәтле техника бар. Быйыл тағы 60 трактор алырға иҫәп тотабыҙ, - тине осрашыу барышында Илшат Фәзрахманов.
  • Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
    Читайте нас