Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 30 майға республика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 79,1 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән.
Экспорт күләмендә төп өлөштө әүәлгесә май тармағы продукцияһы биләй – 61,2 процент. Икенсе урында – иген культуралары. Уларға 26,9 процент тура килә. Өсөнсөлә иһә – аҙыҡ-түлек, эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы.
“Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проектының айырым маҡсатлы индикаторы быйылға 157,3 миллион АҠШ доллары күләмендә ҡаралған. 2020 йылда агросәнәғәт комплексы 177,7 миллион долларлыҡ продукция экспортҡа сығарылған.
Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған төбәк программаһы буйынса 157,3 миллион АҠШ доллары күләмендә тауар экспортлау планлаштырыла. 2024 йылға был күрһәткес 203 миллион долларға етергә тейеш.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/106287