Иҡтисад
3 Июнь 2021, 08:30

Австрия - ышаныслы партнерҙарыбыҙ

Рудольф Лукавски Башҡортостандың күргәҙмә стендын юғары баһаланы һәм Австрия яғына күрһәтелгән иғтибар өсөн рәхмәт әйтте.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, әлеге ваҡытта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы бара. Кисә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева Рәсәйҙәге Австрия илселегенең сауҙа кәңәшсеһе Рудольф Лукавски һәм Мәскәүҙәге Австрия мәҙәни форумы директоры Фабиан Ортнер менән эш осрашыуы үткәрҙе.
– Март аҙағында беҙ Өфөлә Лукавски әфәнде менән осрашҡайныҡ. Ошолай йыш күрешеп, хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен шәхсән хәл итә алыуыбыҙ бик һәйбәт. Тәү сиратта ҙур иғтибар беҙҙең сауҙа-иҡтисади бәйләнештәргә кәрәк, – тине Маргарита Болычева.
Быйыл ғинуар-март айында Башҡортостан менән Австрия араһында тауар әйләнеше 4,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Бында беҙҙең экспорт 486 мең доллар тәшкил итә. Был 2020 йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 54 процентҡа күберәк, Австрияның импорты шулай уҡ үҫкән һәм 3,7 миллион доллар тәшкил иткән.
Осрашыу барышында яҡтар перспективалы йүнәлештәрҙе һәм хеҙмәттәшлек итеү пландары тураһында һөйләште.
Рудольф Лукавски Башҡортостандың күргәҙмә стендын юғары баһаланы һәм Австрия яғына күрһәтелгән иғтибар өсөн рәхмәт әйтте. Ул республикабыҙҙың ҙур инвестиция мөмкинлектәрен билдәләне һәм беҙгә Австрияның эшлекле кешеләрен килтерергә вәғәҙә бирҙе.
Маргарита Болычева иһә илселек вәкилдәрен 25-27 июндә Сибайҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51699
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас