Иҡтисад
3 Июнь 2021, 16:30

Берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ

Форумда бөгөн Рәсәйҙең Милли конгресс-бюроһы менән Башҡортостандың конгресс-бюроһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында бөгөн Рәсәйҙең Милли конгресс-бюроһы менән Башҡортостандың конгресс-бюроһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Төбәктәрҙең 2020 йылдағы үҫеш ҡеүәте тикшерелде: Башҡортостан алтынсы урындан бишенсегә күтәрелгән.
"Рәсәйҙең Милли конгресс-бюроһы илде халыҡ-ара кимәлдә танытыу буйынса мөһим ҡорал булып тора. Уның төп бурыстарының береһе – ил төбәктәрен индустрияны үҫтереү аша алға ебәреү. Башҡортостандың ивент-индустрия лидерҙар милли йыйылмаһына эләгеүе һәм Милли конгресс-бюроның уҙаҡташы булыуы беҙҙең өсөн мөһим. Берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ. Был ҡунаҡханаларҙы, күргәҙмә майҙансыҡтарын, конгресс-үҙәктәрҙе һәм республиканың эшлекле туризм өлкәһендәге башҡа инфраструктура сығанаҡтарын үҫтереү йүнәлеше буласаҡ", - тип белдерҙе Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
“Бөгөн Башҡортостан стендында күргәндәрҙән бик яҡшы тәьҫораттар алдыҡ. Башҡортостан юғары кимәлдәге ваҡиғаларҙы, халыҡ-ара сараларҙы ойоштороу өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйә. Республика хатта тулыһынса ҡурсаланыу ваҡытында ла эшлекле әүҙемлекте кәметмәне”, – тип Башҡортостандың тәжрибәһен юғары баһаланы Милли Конгресс-бюро идаралығы директоры вазифаһын башҡарыусы Сәғит Заремуков.
Ул шулай уҡ тиҙҙән республиканың Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү майҙансығына әйләнәсәген телгә алды. Был ваҡиғаларға һалынған сығанаҡтар отелдәрҙе, майҙансыҡтарҙы тулыландырыуға, сара операторҙарын тәьмин итеүгә һәм бюджетҡа аҡса килеүенә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас