Иҡтисад
3 Июнь 2021, 11:20

Өфөнән Тель-Авивҡа тура авиарейс асырға ниәтләйҙәр

Радий Хәбиров Израиль Дәүләтенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Бен Цви менән осрашты.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡоростан Башлығы Радий Хәбировтың Израиль Дәүләтенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Бен Цви менән осрашыуында Өфөнән Тель-Авивҡа тура авиарейс асыу зарурлығы тураһында һүҙ барҙы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, тура авиабәйләнеш биләмәнең инвестиция һәм туристик ҡеүәһен арттырыуға булышлыҡ итер ине, республика тәүге мәлдәрҙә уны хатта бюджеттан дотацияларға әҙер. Рейс асыу буйынса план тураһында 2019 йылда уҡ һүҙ булғайны, әммә уны тормошҡа ашырыуға коронавирус пандемияһы ҡамасауланы.
Өфө менән Тель-Авив араһындағы авиабәйләнеш бизнес даирәләренең тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә ярҙам итер ине. Республиканы Израилдең төҙөлөш, IT-парктар төҙөү өлкәһендәге тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра.
Радий Хәбиров Израиль илсеһен 3 – 10 июлдә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡырҙы.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/1601871
Читайте нас