Иҡтисад
3 Июнь 2021, 17:15

"Инвестиция сәғәте"ндә хуплау тапҡайны

Бәләбәй районында заманса ит эшкәртеү предприятиеһы төҙөү тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

3 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм AVG Capital Partners (“Таврос” компаниялар төркөмө) тура инвестициялар фонды партнеры Рөстәм Мирғәлимов Бәләбәй районында заманса ит эшкәртеү предприятиеһы төҙөү тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Яңы ит комбинаты тәүлегенә 200 тоннаға яҡын ит һәм 100 тонна самаһы колбаса етештерәсәк. Инвестициялар күләме – 9,4 миллиард һум. Был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 1100 тирәһе эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Етештереүҙе 2024 йылда башламаҡсылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостандың “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау тапҡайны.
"Был – Бәләбәй һәм республика өсөн мөһим проект, - тине Радий Хәбиров. - Төҙөлөштө башлау өсөн майҙансыҡ әҙер. Хатта пандемия шарттарында ла ҙур проекттарға тотона алдыҡ".
Инвестор проект-эҙләү эштәренә, объектты инженер селтәрҙәренә тоташтырыуға алдан килешеү өсөн 200 миллион тирәһе аҡса һалған.
"Форумға ярашлы ҡул ҡуйылған документ беҙгә киләсәккә ышаныслы ҡарау мөмкинлеген бирә, - тине Рөстәм Мирғәлимов. – Республиканың ҡатнашыуы беҙҙең инвесторҙарҙың һәм банктарҙың төп шарты булып тора".
Фото: glavarb.ru
Читайте нас