3 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән SuperJob платформаһы Башҡортостанда хеҙмәти ресурстарҙың сифатын, мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелгән оҙайлы проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Төп маҡсат – хеҙмәт баҙары һәм эш эҙләү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе республикалағы төрлө категория халҡына еткереү кимәлен күтәреү. Хеҙмәттәшлеккә ярашлы, алдынғы SuperJob онлайн рекрутинг платформаһы беҙҙең республика өсөн махсус белем биреү проектын тормошҡа ашыра башлай, ул “ProРаботу с SuperJob” тип аталасаҡ.
"Рәсәй Президенты Владимир Путин мөһим бурыс ҡуйҙы: мәшғүл халыҡ һанын пандемияға тиклемге күрһәткестәргә еткерергә кәрәк. Бөгөнгө килешеү республикала эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә килтерәсәк", - тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
"ProРаботу с SuperJob” белем биреү платформаһы төбәктә хеҙмәт баҙарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. 2021 йыл аҙағына тиклем SuperJob эксперттары республика халҡы өсөн бушлай онлайн курстар үткәрәсәк. Платформа бер нисә йүнәлештә эшләйәсәк, бизнестың да, эш эҙләүселәрҙең дә мәнфәғәттәрен иҫәпкә аласаҡ. Унан тыш, йәштәргә айырым иғтибар биреләсәк, улар – республиканың кадр резервы.
Профориентация эксперттары уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һөнәри үҫеш йүнәлештәрен билдәләргә ярҙам итәсәк.
Компания Башҡортостан миҫалындағы уңышлы башланғысты артабан Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырырға планлаштыра.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51717