Иҡтисад
3 Июнь 2021, 14:30

Милли рейтинг һөҙөмтәләре ниндәй?

Былтыр Башҡортостан Милли рейтингта туғыҙынсы урында булған.

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштыралар.
Был рейтинг илдәге төп эшлекле берекмәләрҙең һәм Яңы проекттарға булышлыҡ итеү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының системалы проектын тәшкил итә. Ул Рәсәй төбәктәрендә инвестиция шарттарын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән иң яҡшы практикаларҙы эҙләп табыуға, таратыуға йүнәлтелә.
Мәғлүм булыуынса, рейтинг йыл һайын Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр исемлегенә ярашлы төҙөлә.
Сессияла ҡатнашыусылар был көндә шулай уҡ ил Хөкүмәте эшләгән яңы инвестиция циклын ғәмәлгә индереү өсөн саралар программаһы буйынса фекер алышасаҡ. Дискуссия “Милли үҫеш маҡсаттары: бурыстарҙан һөҙөмтәләргә” трегына индерелгән.
Сараның тура тапшырыуын https://forumspb.com/programme/business-programme/91440/#broadcast һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.
Әйткәндәй, Башҡортостан Милли рейтингта 2015 йылдан ҡатнаша. 2015 йылда ул – 40-сы, 2016 йылда – 20-се, 2017 йылда – 13-сө, 2018 йылда – 23-сө, 2019 йылда – 16-сы, былтыр иһә 9-сы урында булған.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/372316/
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51709
Читайте нас