Иҡтисад
3 Июня 2021, 11:15

Яңы комплексҡа өмөттәр ҙур

Иҡтисади форумда Башҡортостан Республикаһы менән “Башҡортостан етештереүселәренең ит союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәшлек итеү ниәте тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы менән “Башҡортостан етештереүселәренең ит союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәшлек итеү ниәте тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ аҫтында ҡул тамғаларын Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән йәмғиәттең генераль директоры Олег Авласевич ҡалдырған.
– Республика 2020 йыл йомғаҡтары буйынса һыйыр ите етештереү йәһәтенән Рәсәй лидеры булып танылды – 174,7 мең тонна. Бөтәһе республикала һуйыр өсөн 427 мең тонна мал һәм ҡош ите етештерелде, был 2019 йыл кимәленә ҡарата 105,9 процент. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең алда ит етештереүҙе 2024 йылға тиклем 500 мең тоннаға еткереү бурысы тора, быға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырып өлгәшеп була. Шундай проекттарҙың береһе булып мал һимертеү комплексын булдырыу тора. Беҙ уны “Мәләүез ит комбинаты” һәм “Башҡортостан етештереүселәренең ит союзы” компаниялары инәсәк яңы агрохолдинг сиктәрендә тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ.
“Мәләүез ит комбинаты” – мал һуйыу, һыуытылған һәм туңдырылған һыйыр ите, ярымфабрикаттар һәм субпродукттар етештереүсе предприятие. Уның ҡеүәте 6 мең тонна ит һәм 2,1 мең тонна субпродукттар етештереү мөмкинлеге бирә. Заводты үҙ сеймалы менән тәьмин итеү өсөн “Башҡортостан етештереүселәренең ит союзы” компанияһы мал һимертеү комплексы төҙөргә ҡарар иткән. Унда эре мөгөҙлө мал башы 20 мең буласаҡ, тәүге этапта – 3000 баш.
Инвестор әленән Көйөргәҙе районындағы комплексҡа 200 миллион һумлыҡ инвестиция һалған. Аҡса һатып алынған майҙандарҙы ремонтлауға, эре мөгөҙлө мал, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға һәм яңы иген келәте төҙөүгә тотонолған. Әле бында 1,9 мең баш мал бар. 2023 йылға тиклем ул 5 меңгә етәсәк.
Беренсе этапта 433,5 миллион һум, икенсе этапта 1,23 миллиард һум аҡса һалынасаҡ тип көтөлә. Икенсе этапта комплекс Федоровка районында төҙөләсәк.
Проекттың ике этабын тормошҡа ашырыу өсөн 1,67 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. 130 эш урыны булдырыласаҡ.
– Республикалағы һыйыр итен етештереү күләме һәйбәт булыуға ҡарамаҫтан, итле тоҡомдарҙан алынған сифатлы ит әҙерәк. Әлеге компанияның инвестиция проекты беҙгә был мәсьәләне хәл итеүҙә ныҡлы алға китеү мөмкинлеге бирәсәк, – тине ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51708
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас