Иҡтисад
3 Июнь 2021, 09:45

Ярҙам электрон рәүештә лә күрһәтеләсәк

Башҡортостандың инвестициялар порталында (investrb.ru) эшҡыуарҙар хәҙер ярҙамды электрон формала ла юллай ала.

Башҡортостандың инвестициялар порталында (investrb.ru) эшҡыуарҙар хәҙер ярҙамды электрон формала ла юллай ала. Был порталда шулай уҡ “Инвесторҙарға” һәм “Төбәк тураһында” бүлектәре яңыртыласаҡ.
“Беҙ бүлектәрҙе тотошлай үҙгәртеүҙе планлаштырабыҙ. Тимәк, бөтә материалдар ҙа яңыртыласаҡ, навигация аңлашылырлыҡ буласаҡ, – ти Башҡортостандың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. – Эшҡыуарлыҡҡа һанлы ярҙам күрһәтеүҙе һанлы формаға күсереү эше тулы көсөнә бара. Һөҙөмтәлә, investrb.ru порталында теркәлеү үткәс тә, эшҡыуар кәрәкле сараны һайлап алыу, документтарын беркетеү һәм ярҙам – субсидия, бина, ер майҙаны, һалым ташламаһы һәм башҡаларҙы – онлайн-режимда алыу форсатына эйә буласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас