Иҡтисад
3 Июнь 2021, 16:45

Юл Башҡортостан аша үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт компанияһының идаралыҡ рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты.

3 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт компанияһының (“Автодор”) идаралыҡ рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Улар республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары аша үтәсәк Ҡазан – Екатеринбург автомобиль юлы төҙөлөшө проектын тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, Мәскәү - Ҡазан автомобиль юлын оҙонайтыу хаҡында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне, уны өс йыл эсендә төҙөү хаҡында әйткәйне. Проектҡа “Автодор” идара итәсәк.
Башҡортостан етәксеһе, яңы трассаның республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары аша үткән проект вариантын илдең Транспорт министрлығы ҡабул итте, тип белдерҙе.
– Проект юлды ҡыҫҡартырға, транспорт сығымдарын кәметергә, ташыу сифатын күтәрергә, тышҡы сауҙа бәйләнештәрен нығытырға булышлыҡ итәсәк. Республика был юл төҙөлөшөндә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, – тине Радий Хәбиров.
“Автодор” идаралығы рәйесе Башҡортостандың иҡтисади һәм инфраструктура йәһәтенән үҫеш мөмкинлеген юғары баһаланы.
"Беҙ юл селтәрен планлаштырған саҡта уға мөмкин тиклем күберәк иҡтисади үҫеш үҙәктәрен индерергә тырышабыҙ. Ҡазан - Екатеринбург магистрале маршрутын һайлағанда Башҡортостандың шундай үҙәктәрҙең береһе булыуы мөһим роль уйнаны, – тине Вячеслав Петушенко.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас