Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының Милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Башҡортостан был абруйлы рейтингта беренсе тапҡыр тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. Рейтинг илдәге төп эшлекле берекмәләрҙең һәм Яңы проекттарға булышлыҡ итеү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының системалы проектын тәшкил итә. Ул Рәсәй төбәктәрендә инвестиция шарттарын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән иң яҡшы практикаларҙы эҙләп табыуға, таратыуға йүнәлтелә. Республикабыҙҙан тыш, рейтингҡа Мәскәү, Татарстан, Төмән һәм Тула өлкәләре инде.
“Иң мөһиме – бизнес менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр алып барыу, шуға күрә мин проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын шәхсән контролдә тотам, телефон номерымды инвесторҙарға биреп ҡуйғанмын, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Пандемияға һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең кәмеүенә ҡарамаҫтан, былтыр төп капиталға инвестиция күләме 100,9 процент тәшкил итте. Был иҡтисадыбыҙҙың бирешмәүе, ғәмәлдәребеҙҙең дөрөҫлөгө тураһында һөйләй”.
Төбәк Башлығының әйтеүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып пандемия шарттарында бизнес өсөн өс ярҙам саралары пакетын әҙерләне. Уларҙың дөйөм хаҡы – 36 миллиард һумдан ашыу.
“Әле беҙ бизнес процестарын ҡулайлаштырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ, шулай уҡ һанлы порталдарҙы яңыртабыҙ. Хеҙмәт күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу, сираттан ҡотолоу мөһим”, – тине ул.
Радий Хәбиров төбәктә бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса йылдам эш алып барылыуы тураһында ла һөйләне.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Милли рейтингта Башҡортостандың алға китешен сенсация тип атаны. Уның әйтеүенсә, республиканың юғары урын яулауы күҙаллана ине, ләкин уның тәүге биш төбәк иҫәбенә инеүе көтөлмәгән хәл булды. Андрей Белоусов шулай уҡ Башҡортостанда бизнес-шерифтар институтын ойоштороу практикаһын ыңғай баһаланы. Уның фекеренсә, инвестициялар менән уңышлы эш күп йәһәттән уға муниципалитеттарҙың ҡушылыуына, республиканың ошондай механизмды ғәмәлгә индереүенә бәйле. Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Стратегик башланғыстар агентлығына Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты һәм бизнес-шерифтар институтының бөтә ил буйынса таратылыу ихтималлығын билдәләне.
Сессияла ҡатнашыусылар өр-яңы инвестиция циклын ғәмәлгә индереү өсөн саралар программаһы буйынса фекер алышты.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/1602384-bashkiriya-vpervye-voshla-v-top-5-v-natsreytinge-investklimata-asi