Иҡтисад
4 Июнь 2021, 12:20

"Башҡортостан, афарин!"

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса башҡарған эштәре өсөн Башҡортостан властары эшен юғары баһаланы.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостандың инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса башҡарған эштәре өсөн республика властары эшен юғары баһаланы.
Президенттың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостандың стендын ҡараны. Республика Башлығы Радий Хәбиров экспозиция буйынса экскурсия үткәрҙе. Унан һуң һөйләшеүҙәр бүлмәһендә Игорь Комаров менән Радий Хәбиров республикалағы ағымдағы хәлдәр һәм Башҡортостандың форумда ҡатнашыуы тураһында фекер алышты.
“Афариндар! Тәүге бишәү исемлегенә инеү өсөн республика етәкселегенең күпте эшләүе күренеп тора. Инвестиция рейтингы йәһәтенән Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге араһында Волга буйы федераль округынан ике төбәк бар. Унда Башҡортостандың өҫтәлеүе бик һәйбәт. Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләре лә алға ынтыла. Рейтингтың тәүге унауһы исемлегендә беҙҙең округтан дүрт төбәк бар. Бөтәһе өсөн дә ҡыуаныс, айырыуса Башҡортостан өсөн. Ҙур эш эшләнегеҙ, ул артабан да дауам итер тип ышанам. Инвестиция рейтингы төбәктең мөхитен һәм үҫешен ҡылыҡһырлай. Был бик яҡшы һөҙөмтә”, – тине Игорь Комаров.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас