Иҡтисад
4 Июнь 2021, 17:30

Инвестор өсөн уңайлы төбәк булдырабыҙ, тигәйнек...

"Бына хәҙер шуға өлгәшеү өсөн тырышабыҙ", - тине Андрей Назаров һәм ярҙам төрҙәрен һанап сыҡты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәр аша ҡыуаныслы ваҡиғаға – Башҡортостандың инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта бишенсе урын алыуына ҡарата фекерен белдерҙе.
“Бер йыл эсендә беҙ позициябыҙҙы дүрт пунктҡа яҡшырттыҡ. Уңыш серен бер һүҙгә генә ҡалдырһаҡ, ул - дебюрократизация. Башҡа эштәр ҙә бар, әлбиттә – преференциялы биләмәләр булдырыуҙан алып төрлө дәүләт ярҙамына тиклем. Тик иң мөһиме – административ ҡаршылыҡтарҙы алыу һәм бизнесҡа бюрократик баҫымды кәметеү.
Мәҫәлән, беҙ investrb.ru порталын булдырҙыҡ. Йүнселдәргә шәхси эшҡыуар булып теркәлеү, документтар алыу, ғаризалар яҙыу, һалым түләү һәм башҡа ғәмәлдәр башҡарыу өсөн бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Быларҙың барыһын да өйҙән һәм тиҙ генә башҡарып була.
Йәки, мәҫәлән, беҙ ерҙе ҡуртымға алыу өсөн бирелгән ғаризаны ҡарау ваҡытын ҡыҫҡарттыҡ. Элек эшҡыуарға дүрт аҙна көтөргә кәрәк ине, хәҙер өстән әҙерәк. Барыһын да дистанцияла теркәргә була.
Һәр инвестор менән шәхси эшләйбеҙ. Уға нимә кәрәк, шуны бирәбеҙ. Аҙна һайын инвесторҙар менән кәңәшмәләр үтә. Уларҙы Башҡортостан Башлығы үҙе уҙғара. Эшҡыуарҙар һәм күҙәтеү органдары менән дөйөм осрашыуҙар ойошторабыҙ, унда проблемаларҙы тикшерәбеҙ.
“Ашығыс экспорт ярҙамы”н эшкә ҡуштыҡ. Белгестәр районға сығып предприятиеның экспорт йәһәтенән мөмкинлектәрен өйрәнә. Дөйөм алғанда, бик күп саралар булдырҙыҡ – барыһы тураһында һөйләп тә бөтөрөп булмай. Бер йыл элек беҙ Башҡортостанды инвесторҙар өсөн иң уңайлы төбәк итергә теләйбеҙ тигәйнек. Бына тырышабыҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас