Санкт-Петурбургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ВТБ банкы президенты-идара рәйесе Андрей Костин һәм Бөтә донъя иҡтисад банкының үҫеш буйынса дәүләт корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов Өфөнән М-5 “Урал” федераль трассаһына сығасаҡ Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса республика Хөкүмәте менән кредиторҙар – ВТБ һәм ВЭБ.РФ – араһындағы тура килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ “Проект финанслауы фабрикаһы” программаһы сиктәрендә кредит сараларына юл аса. ВТБ һәм ВЭБ.РФ биргән кредит лимиты – 11,6 миллиард һум. Проектҡа ярашлы, 1,2 километр оҙонлоғондағы һәм 1992 йылда һалына башлаған автоюл тоннелен, Ҡариҙел йылғаһы аша һалыныусы күперҙе төҙөп бөтөүҙе һәм М-5 трассаһына сығасаҡ юғары тиҙлекле 10 километрлыҡ юлды һалыуҙы күҙ уңында тота.
– Көнсығышҡа сығыу юлы – Башҡортостан биләмәһендәге иң ҙур инфраструктура объекты. Проекттың тарихы оҙон һәм еңелдән түгел. Оҙаҡ йылдар ул “туңдырылған” килеш булды, шулай ҙа республика уны ҡарап-йүнәтеп тороуға концессия килешеүе буцынса йылына 200-300 миллион һум түләп торҙо. Әммә Рәсәй Президентының ярҙамы менән, федераль власть органдары, ВТБ банкы һәм ВЭБ.РФ корпорацияһы менән берлектә эште ҡабаттан тергеҙә алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Проекттың күләме ҙур ғына, төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы – 33,5 миллиард һум, шуның 20 миллиарды – федераль ярҙам. Бөгөн ҡул ҡуйылған тура килешеү проектты 2024 йылға, Өфөнөң 450 йыллығына тамамлау мөмкинлеген бирә.
Фото: https://pravitelstvorb.ru