Иҡтисад
4 Июнь 2021, 15:00

Күршеләр менән бәйләнеш тағы ла нығынасаҡ

"Мин Евгений Владимировичҡа беҙҙең яҡташтар һәйбәт йәшәһен, үҙ мәҙәниәтен, телен үҫтерһен өсөн күпте эшләгәне өсөн рәхмәтлемен".

Бөгөн, 4 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев төбәктәрҙең сауҙа-иҡтисади, ғилми-технологик, социаль, мәҙәни һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итеүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Беҙ Свердловск өлкәһе менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ, тауар әйләнешен, иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерәбеҙ. Бер нисә уртаҡ проектты тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш, өлкәлә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, беҙҙең өс ҙур тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй. Һәм мин Евгений Владимировичҡа яҡташтарыбыҙ һәйбәт йәшәһен, үҙ мәҙәниәте һәм телен үҫтерһен өсөн күпте эшләгәне өсөн рәхмәтлемен, – тине Радий Хәбиров.
“Беҙҙең эшҡыуарҙар күп тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итә – ауыл хужалығынан алып машиналар эшләүгә тиклем. Ҙур уртаҡ проекттар бар. Уларҙың береһе – Ҡазан – Екатеринбург автомобиль юлын төҙөү. Ул Рәсәй Президенты йөкләмәһе буйынса Башҡортостан биләмәһе аша ла үтәсәк. Был башланғысты беҙ бергә тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Күршеләр татыу йәшәргә һәм бер-береһенә ярҙам итергә тейеш", – тине Евгений Куйвашев.
Белешмә өсөн: Башҡортостан Свердловск өлкәһенә һөт һәм әсетелгән һөт аҙыҡтары, һыйыр майы, он, урман материалдары, автомобиль бензины, дизель яғыулығы, битум, мазут һата. Күрше өлкәнән беҙ ит, колбаса, маргарин, алкоголһеҙ эсемлектәр, минераль һыуҙар, медицина инструменттары һәм ҡорамалдары, ювелир әйберҙәр, парфюмерия, керамик плитә, автомобилдәр, автобустар өсөн шиналар һатып алабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас