Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Давыдов республика биләмәһендә 27,6 миллиард һум инвестиция йәлеп ителәсәк эре предприятие проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Бында һүҙ хлор һәм мембраналы электролиз ысулы менән каустик сода етештереү тураһында бара. Проекттың мөһимлеге һәр кемгә аңлашыла, сөнки ҡырҡыу еҫле натр етештереүҙең әхлаҡи йәһәттән иҫкергән технологияһын замансаға алмаштырыу бурысы тора. Мембраналы технология юғары сифатлы тауар алыуға булышлыҡ итә һәм энергия ресурстарын сағыштырмаса аҙ ҡулланып, экологик йәһәттән таҙараҡ һанала. Заманса мембраналы электролиз ҡорамалдарына күсеү етештереү ҡеүәтен арттырырға, терегөмөшлө майҙансыҡты ябырға булышлыҡ итәсәк. Был үҙ сиратында экология торошон һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға мөмкинлек бирә. Проект 2022-2026 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ, тип күҙаллана.
Белеүебеҙсә, быйыл 31 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан ҡарамағына биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Тағы ла 11,7 процент һәм бер акция республика Хөкүмәтенең тулы контролендәге ышаныслы идара структураларына тапшырылды. Шулай итеп, төбәгебеҙ предприятие өҫтөнән тулы контролгә эйә булды.
Дәүләт башлығының ҡушыуы буйынса Рәсәй Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында махсус килешеү әҙерләнә, уға ярашлы “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәтенең аныҡ пландары һәм төп күрһәткестәре, етештереү һәм инвестиция күләмдәре билдәләнәсәк.
Быйыл апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашыу барышында ла ошо мәсьәләне күтәрҙе. Унда буласаҡ килешеүҙең төп пункттары етештереү күрһәткестәрен һәм хеҙмәт коллективын тулы килеш һаҡлауға, йыл һайын инвестицияларҙы арттыра барыуға, предприятие тарафынан социаль программаларҙың үтәлешен тәьмин итеүгә, сеймал базаһын нығытыуға бәйле булыуына баҫым яһалды.