Иҡтисад
4 Июнь 2021, 18:15

Республикаға идара итеү үҙәге артабан үҫешәсәк

Радий Хәбиров менән “Диалог” компанияһы генераль директоры Алексей Гореславский Республикаға идара итеү үҙәгенең үҫеше тураһында һөйләште.

Бөгөн, 4 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Диалог” компанияһы генераль директоры Алексей Гореславский Республикаға идара итеү үҙәгенең артабанғы үҫеше тураһында һөйләште.
Алексей Гореславский төбәктең күргәҙмә стендын һәм уның мөһим экспозицияһын – Республикаға идара итеү үҙәген ҡараны. Башҡортостан стенды ҙурлығы буйынса форумда өсөнсө урында. Ул 231 квадрат метр майҙанды биләй һәм ете йүнәлешкә бүленгән. Араларында авиация, туризм, башҡорт йолалары һәм башҡалар бар.
Республикаға идара итеү үҙәге экспозицияһы үҙәк эшмәкәрлеге блоктарынан тора: социаль коммуникациялар (кешеләр мөрәжәғәттәре менән эшләү), мәғлүмәт һәм иҡтисади аналитика. Тап һуңғыһы Башҡортостан үҙәген башҡа төбәктәрҙекенән айырып тора. Республиканың төрлө йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлеге мәғлүмәт панелдәренә – дашбордт һәм йылылыҡ картаһына туплана. Уларҙы системалаштырыу, анализлау бюджет процестары менән аҡыллы идара итеү һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.
Алексей Гореславскийға төбәктәге Республикаға идара итеү үҙәгенең иң яҡшы практикалары тураһында һөйләнеләр. Мәҫәлән, “ТКО-Башҡортостан” сүп-сарҙы сығарыуҙы мониторинглау системаһы. Уңышлы эшмәкәрлектең тағы бер өлгөһө мәктәп туҡланыуы тармағында хәлде яҡшыртыу менән бәйле. Республикаға идара итеү үҙәге, Һанлы үҫеш, Сауҙа һәм хеҙмәттәр, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының берҙәм эшләүе, контроль саралары индереү мәктәп туҡланыуы сифатын арттырыуға килтерә.
– Беҙ үҙәкте бик яҡшы итеп эшләнек. Хәҙер уның йөкмәткеһенә бәйле яҡшы кәңәш кәрәк. Беҙ һеҙҙе Башҡортостанға саҡырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Алексей Гореславский саҡырыуҙы ҡабул итте һәм үҙәкте форумда күрһәтеү идеяһы өсөн рәхмәт әйтте.
– Күптәр үҙ стендтарында ниндәйҙер процестарҙы күрһәтергә тырыша, ә бының ниндәй ҡоралдар менән тәьмин ителеүе тураһында һөйләгәндәр аҙ, – тине ул.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ошондай үҙәгендәге иң яҡшы практикаларҙы Башҡортостандың үҙәгендә файҙаланырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас