Бөгөн Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов менән осрашты. Улар ауыл хужалығы предприятиеларының техник паркын яңыртыу, республикала заманса һөт фермалары төҙөү тураһында һөйләште.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм уның урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың артабан да “Росагролизинг” менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенә, уның даирәһен киңәйтеүгә иҫәп тотоуҙы белдерҙе.
- Киләһе бер нисә йылда ауыл хужалығы техникаһы паркын модернизацияларға, яңы машиналар һәм ҡорамалдар күләмен арттырырға ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Павел Косов билдәләүенсә, лизинг буйынса техника алыуҙа алдынғы төбәктәр араһында Башҡортостан бишенсе урында килә. Июнь башына алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республика “Росагролизинг” программаһы буйынса 920 миллион һумлыҡ техника алыуға өлгәшкән. Былтырғы күрһәткестәр иһә 1,7 миллиард һум тәшкил иткән.
- Башҡортостан – беҙҙең иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе. Тиҙ үҫешкән төбәк. Республикала эшләгән ауыл хужалығы предприятиеларының мөмкинлектәрен барлап, ауыл хужалығы техникаһына лизинг күләмен арттырҙыҡ. Беҙҙең өсөн был - бик һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, - тине Павел Косов.
Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүҙең артабанғы йүнәлеше – һөт фермаларының төҙөлөшөн финанслау. Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, “Росагролизинг” ҡатнашлығында тиҙ ҡорола торған ун комплекс төҙөләсәк. Был фермаларға киткән сығымдың 80 процентын “Росагролизинг” ҡаплаясаҡ, ҡалған 20 процентын республика ҡаҙнаһынан аҡса тәшкил итәсәк һәм фермерҙарҙың үҙ сығымы тотоноласаҡ.