Иҡтисад
4 Июнь 2021, 17:15

"Россельхозбанк" беҙҙең аграрийҙарға ярҙам итергә әҙер

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Листовой менән осрашты.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Листовой менән осрашты. Улар артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килеште.
Банк Мәләүез һөт-консерва комбинатын төҙөүгә бер миллиард һумдан ашыу кредит бүлергә әҙер. Әлеге проектты республиканың инвестиция комитеты ултырышында быйыл май айында ҡарағайнылар. Комбинатта балалар өсөн аҙыҡ эшләү ингредиенттары, һөт өҫтөнән етештерелгән май эшләү өсөн заманса цехтар буласаҡ. Был проект тормошҡа ашҡан хәлдә, Башҡортостанда Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төҙөлмәгән яңы етештереү цехы буласаҡ. Инвестициялар күләме 1,58 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Агросәнәғәт кластерын булдырыу концепцияһына ярашлы, "Россельхозбанк" “Времена года” тип аталған күмәртәләп һатыу-оҙатыу контейнерҙар үҙәген төҙөүгә лә аҡса бүлмәксе. Был инвестпроектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә 2020 йылда Урал аръяғында үткән инвестһабантуйҙа ҡул ҡуйылғайны.
Радий Хәбиров менән Борис Листовой Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен кредитлау мәсьәләләре, Мәләүез районындағы “Урал” ҡошсолоҡ комплексына ярҙам саралары тураһында һөйләште. Был комплекс 2018 йылда үҙен банкрот тип иғлан иткән Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы нигеҙендә булдырылды. Уны ҡуртымға алған кредиторҙар менән һөйләшеү алып барылып, ҙур эш атҡарылды, һәм әле хужалыҡ аяҡҡа баҫты. Башҡортостан Башлығы быйыл мартта яңы һулыш алған комплекстың эше менән танышты.
фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142477.html
Читайте нас