Иҡтисад
4 Июнь 2021, 12:10

Яңы тауар етештерелә башлаясаҡ

Инвестиция күләме 3,6 миллиард һум тәшкил итәсәк, уның 499 миллион һумы – федераль Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаһы.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Салауатбыяла” компанияһының генераль директоры Сергей Агуреев өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу шарттары тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Һүҙ етештереү объекттарын төҙөкләндереү һәм техник йыһазландырыу тураһында бара. Был бик үтә күренмәле һәм массаһы менән буялған быяла ҡаттары етештереү мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция күләме 3,6 миллиард һум тәшкил итәсәк, уның 499 миллион һумы – федераль Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаһы.
Былтыр “Салауатбыяла” компанияһы булған майҙандарҙа төрлө типтағы көҙгө етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырып бөткәйне. Уға ярашлы завод йылына 4 миллион квадрат метр тауар сығара һәм лак буяулы япмалы быяла сығарыу мөмкинлеге алды. 2019 йылда был проектты Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышында раҫлағайнылар. Ә былтыр апрель айында заводтың етештереү майҙанын республика етәксеһе Радий Хәбиров барып ҡарағайны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас