"Республика етәкселеге дәүләт власы органдары алдына Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән мөһим бурыстар ҡуйҙы. Был йәһәттән беҙҙең комитет экспортҡа йүнәлтелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарына үҙенсәлекле ярҙам комплексы күрһәтә. Унда финанс та, аҡсаға ҡарамаған булышлыҡ төрҙәре лә инә. Беҙ Башҡортостанда экспорт мөмкинлектәрен киңәйтеү сараларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, “Торгпред менән сәғәт”, “Ашығыс экспорт ярҙамы”, “Экспорт форсажы” йылдам уҡытыу программаһы һәм башҡа хеҙмәттәр. Беҙҙең предприятиелар был ярҙам төрҙәрен ыңғай яҡтан баһалап өлгөрҙө лә. Ә һөҙөмтә булараҡ, улар тышҡы баҙарға сыҡты. Беҙҙең Хөкүмәттең берҙәм эшмәкәрлеге милли рейтингта кимәлебеҙҙе күтәрергә ярҙам итте тигән фекерҙәмен”, – тине комитет рәйесе Маргарита Болычева.