Иҡтисад
5 Июнь 2021, 14:30

Беҙҙә бизнесты ҡурҡмай алып барырға була!

Тимур Хәкимов: "2018 йылда беҙ 23-сө урында инек, ә Радий Фәрит улының яңы командаһы килеү менән һөҙөмтәне яҡшырта башланыҡ".

Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беҙҙең өсөн мөһим яңылыҡ билдәле булды: республикабыҙ инвестиция мөхите буйынса Милли рейтингта бишенсе урынға күтәрелгән.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов фекеренсә, төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслыҡ күрһәткесе – бизнесҡа шунда предприятие асыу өсөн сигнал.
“Республика бизнес алып барыу өсөн бик һәйбәт мөхит булдырҙы. 2018 йылда беҙ 23-сө урында инек, ә Радий Фәрит улының яңы командаһы килеү менән йылдың йылы һөҙөмтәне яҡшырта башланыҡ. 2019 йылда 16-сы урында инек, ә 2020-лә – туғыҙынсыла! Быйыл иһә иң яҡшы бишәү иҫәбенә индек. Башҡортостанда йыл һайын бизнес алып барыу еңелерәк, хәүефһеҙерәк була бара, преференциялар күп. Был инвестициялар һалыу өсөн мөһим. Әлеге рейтинг бизнесҡа ла, илдең төбәктәре өсөн дә бик кәрәк”, – тине ул.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас