Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала Һәҙиә Дәүләтшина бульварын Николай Дмитриев урамынан Завод урамына тиклемге өлөшөндә юлдағы асфальт-бетон япманы алмаштыра башланылар.
Мәғлүм булыуынса, бульварҙа эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 1,1 километрҙан ашыу тәшкил итә.
Төҙөкләндереү барышында эшселәр трассаны тигеҙләп, электр һәм элемтә линияларын алмаштыра. Бынан тыш, участкала яҡтыртҡыстар яңыртыла. Проектта шулай уҡ юл хәрәкәтен яҡшыртыу, хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу ҡарала. Мәҫәлән, яңы юл билдәләре барлыҡҡа килә, эштең аҙағында юлға термопластиктан тамға һалына, өр-яңы светофорҙар ҡуйыла.
Әле асфальт түшәүҙән тыш, юлсылар ҡойма таштары, иҫке асфальтты ҡырып алыу менән мәшғүл.
Муниципаль килешеү буйынса, объектта эш быйыл 29 октябрҙә тамамланырға тейеш.
Фото: ufacity.info/press/news/409357.html