Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция рейтингында иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инде. Эксперттарҙың фекеренсә, Башҡортостандың инвестиция рестингы артабан да үҫәсәк.
Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Петров фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы, Дәүләт Думаһындағы Мәғариф комитетының элекке рәйесе Александр Дегтярев, бишенсе позиция кимәлендә был рейтингҡа инеүгә планлаштырылғандан байтаҡҡа элегерәк өлгәшелде, тип билдәләне.
“Әлбиттә, инвестиция проекттарының көн тәртибен стратегик төҙөү был эштең нигеҙен тәшкил итә. Улар иҫәбенә инвестиция сәғәттәре, бизнес-шерифтар, проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын республика Хөкүмәтенең һәм шәхсән Башҡортостан Башлығының системалы контролдә тотоуы инә. Республикалағы сәнәғәт етештереүен үҫтереү йәһәтенән һуңғы ваҡытта инвестиция күләме дүрт миллиард һумлыҡ электробустар сығарыу заводы, 10 миллиард һумдыҡ каустик етештереү ҡулайламаһы, ун миллиард һумлыҡ бөртөклө хлорлы кальций производствоһы һәм башҡалар кеүек өр-яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Башҡортостандағы фармацевтика заводын яңыртыуға инвестиция һалына.
Быларҙың барыһы ла – уңайлы инвестиция шарттары булдырыу һәм инвесторҙарҙың, сәнәғәт предприятиеларының, бәләкәй һәм урта бизнестың эшенә системалы ярҙам күрһәтеү буйынса республика Хөкүмәтенең ҙур тырышлығы һөҙөмтәһе. Төбәк етәкселеге Рәсәй Федерацияһының инвестиция стратегияһына ярашлы эш итә һәм ҙур конкурентлыҡ ҡеүәһен күрһәтә”, – тине Александр Дегтярев.
“РӘСӘЙ ТАЯНЫСЫ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ләйсән Николаева, Милли рейтингта тәүге биш төбәк иҫәбенә инеүҙе ҙур команданың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһен тәшкил итә, тигән фекерҙә.
“Ил буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбендә булыуыбыҙ – ҙур команданың тырыш хеҙмәте икәнлеген яҡшы беләбеҙ һәм аңлайбыҙ. Был – дәүләт программаларында, хөкүмәт кимәлендә идара итеү ҡарарҙары ҡабул иткәндә өр-яңы тенденциялар һәм технологиялар, был – власть менән бизнестың әүҙем, даими һөҙөмтәле аралашыуы, республикабыҙ етәксеһенә һәм уның командаһына өмөт һәм ышаныс. Беҙгә позицияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн күп эшләргә тура киләсәк, ләкин бындау дуҫ, татыу команда менән яҡын киләсәктә тәүге өс төбәк иҫәбенә лә инә алырбыҙ, тип уйлайым. Бергә беҙ – ҙур көс”, – тине ул.
Фото: .livelib.ru, oporarb.ru
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/1603020-rukovodstvo-bashkirii-demonstriruet-vstroennost-v-investstrategiyu-rf-mneniya-ekspertov/