Иҡтисад
7 Июнь 2021, 11:50

Был һөҙөмтә – уртаҡ уңыш

Форумда Башҡортостан 122 миллиард һумлыҡ 25 килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Уларҙы тормошҡа ашырыу төбәктә ике меңдән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына йомғаҡ яһаны.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҙур иҡтисади форумда Башҡортостан 122 миллиард һумлыҡ 25 килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Уларҙы тормошҡа ашырыу төбәктә ике меңдән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
– Форумдың иң мөһим һөҙөмтәһе – Башҡортостандың инвестиция мөхите буйынса Милли рейтингта бишенсе урын алыуында, – тине Радий Хәбиров. - Бик көслө дәғүәле ярышта беҙ һөҙөмтәләребеҙҙе яҡшырта алдыҡ һәм туғыҙынсы урындан бишенсегә күтәрелдек. Тәүге биш урында бик көслө төбәктәр – Мәскәү, Татарстан, Төмән һәм Тула өлкәләре һәм Башҡортостан. Был – беҙҙең идара итеү командаһының, Хөкүмәт менән Башҡортостан Башлығының проект офисының яҡшы эше һөҙөмтәһе. Дөйөм эшмәкәрлек беҙҙең өсөн мөһим һөҙөмтәгә килтерҙе. Был рейтинг беҙҙең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслыҡты арттырыр, республикаға миллиард һумлыҡ өҫтәмә инвестициялар килтерер тип ышанам. Ил Президенты Владимир Путин беҙҙе эшлекле әүҙемлекте үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә эшләгән төбәк тип билдәләне. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ. Был эште дауам итергә кәрәк.
Быйылғы иҡтисади форум республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса рекордлы булды. Мәҫәлән, 2019 йылда инвестиция килешеүе портфеле – 82 миллиард, 2018 йылда 30 миллиард һум булған.
– Күп килешеүҙәрҙе алдан әҙерләнек һәм документтарға ҡул ҡуйыу был эштең һөҙөмтәһе ине. Тик форумдың һөҙөмтәлелеген суммалар менән иҫәпләү дөрөҫ түгел. Был майҙансыҡта бик күп эре предприятиелар, банктар етәкселәре йыйыла. Күп проблемаларҙы бында эш тәртибендә хәл итергә була, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республиканың күргәҙмә стендын ойоштороуҙо юғары баһаланы.
– Беҙҙең экспозиция бик ижади, сағыу һәм ҡыҙыҡлы ине. Ул иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙҙең делегация сәғәт кеүек эшләне. Бөтәһе лә һөҙөмтә өсөн тырышты. Артабан да ошолай дауам итәйек! – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас