Бөгөн, 8 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ҡала төҙөлөшө советы ултырышын үткәрҙе, унда баш ҡаланың артабанғы үҫешенә бәйле һорауҙар ҡаралды.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова Затон биҫтәһе биләмәһен комплекслы үҫтереү проекты менән таныштырҙы. Ул Дим, Затон кеүек биҫтәләр ҡаланы киңәйтеү йәһәтенән резерв булып тора. Затондың үҫешенә килгәндә, бында транспорт бәйләнешен яҡшыртыу, яңы эш урындары булдырыу, торлаҡ фондын яңыртыу, мәктәптәр, поликлиникалар, йәмәғәт ойошмалары өсөн биналар төҙөү төп мәсьәлә булып тора.
Өфө ҡалаһы үҫешенең генераль планы проекты өс күпер һәм 42 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлдары төҙөүҙе күҙаллай. Был саралар райондың транспорт уңайлылығын оҙайлы ваҡытҡа хәл итәсәк. Үҫеш проектына ярашлы, 8 Март ҡасабаһында эре торлаҡ комплекстары төҙөү, “Затон-Көнсығыш” һәм “Затон-Көнбайыш” биҫтәләрен булдырыу, яңы поликлиника, мәктәп һәм балалар баҡсаһын сафҡа индереү, Әхмәтов урамын төҙөкләндереү тураһында һүҙ алып барыла.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru