Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәктә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе тураһында һөйләне.
Хөкүмәттең төп маҡсаттарының береһе - эшҡыуарлыҡтың үҫешенә төрлө тикшереүҙәр менән аяҡ салмау. Башҡортостан Башлығының “2024 йылға тиклемге Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлеше стратегияһы” тип аталған Указына ярашлы республиканың контроль-күҙәтеү органдарының эшенең механизмы ҡайтанан ҡаралды. Белгестәр өс меңдән ашыу мотлаҡ талаптарҙы барланы һәм ошо эш һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығына федераль закондарҙы үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәр тупланды.
Йыл башынан Инвестицион мөхит милли рейтингына ярашлы республика “Бизнесҡа административ баҫым” күрһәткесе буйынса сифатты яҡшыртҡан. “Административ баҫым – 2021 индексы” федераль рейтингында Башҡортостан 9-сы урында килә. Бер йыл элек был күрһәткес буйынса 38 урындан 11-се урынға күтәрелеп өлгөргәйнек.
Был ыңғай үҙгәрештәр артабан да дәртләнеп эшләүгә этәргес булып тора, административ баҫым көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. “Дәүләт һәм муниципаль күҙәтеү тураһында” яңы федераль закон бер айҙан үҙ көсөнә инәсәк. Уны эшҡыуарҙар көтә. Яңы законға ярашлы тикшереүҙәр планға ярашлы һәм хәүефкә йүнәлтелгән ҡараш нигеҙендә генә атҡарыласаҡ. Акцент етештһеҙлектәрҙе иҫкәртеүгә һәм контролләнеүсе шәхестәрҙең намыҫлылығын арттырыуға күсереләсәк. Уларҙың эшмәкәрлегенә ҡыҫылыуҙа самалылыҡ принцибы өҫтөнлөклө буласаҡ, - тине Илшат Тажетдинов. Яңы федераль законды ваҡытында һәм тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәте Аппараты тарафынан саралар планы һәм графигы төҙөлдө.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.