Иҡтисад
8 Июнь 2021, 13:30

Тәжрибә уртаҡлаштылар

8 июндә Алтай крайы делегацияһы “Өфө” индустриаль паркында булды.

8 июндә Алтай крайы делегацияһы “Өфө” индустриаль паркында булды.
Алтай властары һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә презентацияны Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы хеҙмәткәрҙәре – индустриаль парктың идара компанияһы һәм резидент булған компаниялар вәкилдәре – үткәрҙе. Ҡунаҡтарҙы майҙансыҡты булдырыу этаптары, уның ҡеүәте һәм етештереү паркында урынлашыу өҫтөнлөктәре менән таныштырҙылар.
– “Өфө” индустриаль паркы – төбәктәге иң ҙуры. Бөгөн ул, Рәсәйҙә уртаса 57 процент тулылыҡ булғанда, 93,5 процентҡа тулы. Асыҡ биләмәләрҙән тыш, эшҡыуарҙар өсөн төҙөлгән комплекста 11 мең квадрат метр майҙан бар. Уларҙың сафҡа инеүен потенциаль резиденттар көтә, - тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы башҡарма директоры Николай Арбузов.
Индустриаль паркта эш алып барған резидент-предприятиелар вәкилдәре Алтай крайы делегацияһы өсөн экскурсиялар ойошторҙо, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас