Иҡтисад
8 Июнь 2021, 09:30

Яңы министр тәғәйенләнде

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына яңы етәксе килде...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Александр Булушев Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.
Булушев Александр Владимирович 1967 йылдың 16 сентябрендә Новосибирск өлкәһенең Кыштовка ауылында тыуған. Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад ситтән тороп белем биреү институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Өфө авиация институтындағы машиналар эшләү производствоһын автоматлаштырыу һәм механизациялау кафедраһында лаборант булып башлай. Төрлө йылдарҙа Өфөнөң 18-се урта мәктәбендә техник хеҙмәткәр, “Бриг” предприятиеһында директор, “ЛАНС” фирмаһы, “Альтис” йәмғиәте директоры урынбаҫары, “Глобус” сәнәғәт компанияһының бүлек начальнигы, “Винком” йәмғиәтенең коммерция директоры, “Винкоминвест” һәм “Промгеосырье” йәмғиәттәре директоры, шәхси эшҡыуар була. 2011 – 2021 йылдарҙа – “БитумОйл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142552.html
Читайте нас