Иҡтисад
8 Июнь 2021, 10:30

Зинино менән Нуғай ауылдарына яңы юл буласаҡ

Өфө эргәһендә урынлашҡан Зинино менән Нуғай ауылдарына илткән юлдағы тығындарҙан унда йәшәгән халыҡ күптән аҙаплана. Ниһәйәт, ҡала хакимиәте был проблеманың хәл ителеү юлын тапҡан.

Был ауылдарға үткән юл тимер юлы менән киҫешә. Шул арҡала бында гел тығындар барлыҡҡа килә. Белгестәр иҫәпләүенсә, әлеге тимер юлы аша тәүлегенә 25 мең автомобиль үтә. Иртән һәм кис яҡынса бер сәғәтте юлдағылар тығында үткәрергә мәжбүр. Ошо арҡала был юлда авариялар ҙа күп.
Тиҙҙән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәте. “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проекты сиктәрендә был тарафҡа яңы юл һалынасаҡ. Ул М-5 “Урал” юлының 21-се километрында “Иглин - Дим” тимер юлы перегонын аша үтәсәк. Әлеге мәлдә төҙөлөш эштәрен алып барасаҡ подрядсыны һайлау эштәре бара. Килешеүҙе июнь аҙағында төҙөйәсәктәр.
Юл үткене әлеге тимер юлы ашағы үткелдән 200 метр алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Ике яҡҡа ла икешәр һыҙат буласаҡ, уның оҙонлоғо 106 метр тәшкил итәсәк. М-5 “Урал” юлынан Нуғай шоссеһына тиклем шулай уҡ дүрт һыҙатлы юл һалынасаҡ, уның оҙонлоғо 1850 метр тәшкил итәсәк.
Төҙөүселәр билдәләүенсә, тимер юлы селтәрен үҙгәртеү – был төҙөлөштә иң ауыры, сөнки поездарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итергә кәрәк.
Был ҙур проектты тормошҡа ашырыу төҙөүсе ойошма менән килешеүгә ҡул ҡуйылғас та башланасаҡ. Юлды файҙаланыуға 2023 йыдың 31 июлендә тапшырырға тейештәр.
Читайте нас