Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфөгормолзавод” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Төбәк етәксеһе етештереү комплексын, лабораторияны, әҙер продукция келәтен ҡарап сыҡты һәм “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.
Предприятие директоры Илдар Фәйзуллин әйтеүенсә, завод тәүлегенә 150 тоннаға яҡын һөт эшкәртә. Сеймалды һәм әҙер ризыҡты ташыу системаһы ойошторолған. Заводты Әлшәй, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондары хужалыҡтары һөт менән тәьмин итә.
“Молочный фермер”, “Молочная крепость”, “Хәләл” һәм “Два котенка” маркаһы менән сыҡҡан аҙыҡ төрҙәрен ҙур сауҙа селтәрҙәренә сығаралар, шулай уҡ мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға ташыйҙар. 2014 йылда асылған завод Рәсәйҙә иң яҡшы ун һөт эшкәртеүсе иҫәбенә инә һәм Башҡортостан баҙарының 20 проценттан ашыу өлөшөн биләй.
Радий Хәбиров производствоға идара иткән операторҙар бүлмәһендә булды. Предприятие заманса автоматлаштырылған ҡулайламалар менән тәьмин ителгән. Эшселәр сеймалға һәм әҙер продукцияға туранан-тура ҡағылмай. Әйткәндәй, производствоны яңыртыуҙы хатта пандемия осоронда ла туҡтатмағандар.
Республика Башлығы предприятие продукцияһының таралыу географияһы менән ҡыҙыҡһынды.
"Беҙ етештереүҙе һәм һатыу баҙарын киңәйтәбеҙ, продукцияның ун проценттан ашыуын республиканан ситкә – Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренә, Татарстанға һәм Удмуртстанға оҙатабыҙ, – тине Илдар Фәйзуллин. – Һатып алыусылар алдында яуаплылығыбыҙҙы ныҡлы аңлайбыҙ: сифатлы ризыҡтар етештерәбеҙ".
Әйткәндәй, предприятиела сеймалдың сифатын Milkoscan автоматлаштырылған анализаторы менән йыһазландырылған лаборатория тикшерә.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142641.html