Иҡтисад
9 Июнь 2021, 13:45

“Белзан”ға йыллыҡ ярҙам күрһәтелә

Быйыл “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына үҙгәрештәр индерелде.

“Белзан” акционерҙар йәмғиәте республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы йыллыҡ ярҙам күрһәтелгән тәүге предприятие булды.
Әлегә тиклем предприятиелар майҙансыҡтарында эксперттарҙың туранан-тура эшләү ваҡыты алты айҙан артмай ине.
"Быйыл “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер предприятиеларға киңәйтелгән ярҙам күрһәтелә: Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль компетенциялар үҙәге эксперттарының эше алты ай урынына бер йыл дауам итәсәк. Шул осорҙа предприятие төп етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу ғына түгел, шулай уҡ логистика, запастар, корпоратив мәҙәниәт һәм һатыу маркетингы менән дә шөғөлләнә аласаҡ", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә бер нисә хеҙмәткәр етештереү системаһын ғәмәлгә индереү буйынса эске тренерҙар дәрәжәһенә эйә булып, коллегаларын да үҙаллы уҡыта аласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51790
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас