Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың сәнәғәт предприятиелары етәкселәре “КамАЗ” предприятиеһында булды.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Был сәфәрҙе тармаҡ алдынғыларынан тәжрибә туплау өсөн ойошторғайныҡ. Ә уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Быға үҙем һуңғы тапҡыр предприятиеға барғанда инандым. Шунда коллегаларҙың осрашыуы хаҡында килешкәйнек”, - тип яҙҙы.
Башҡорт предприятиелары етәкселәрен автомобиль һәм двигателдәр заводтарындағы технологик процестар менән таныштырҙылар. Уларҙы сығымдарҙы рационалләштерергә һәм етештереүҙе оптималләштерергә өйрәттеләр. Бөгөн механик эшкәртеүҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү хаҡында ла һөйләнеләр.
“Был сәфәр етәкселәребеҙ өсөн файҙалы булыр, ҡайтҡас, улар белгәндәрен урында киң тормошҡа ашырыр”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.