Иҡтисад
9 Июнь 2021, 15:45

Һөт заводында – “Ауыл сәғәте”

Ауыл хужалығы эшкәртеүселәренә ярҙамға 350 миллион һум йүнәлтелә.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфөгормолзавод” йәмғиәте майҙансығында күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү программаһы контурҙары, шулай уҡ йәрминкә эшмәкәрлеген ойоштороуға ҡараштар буйынса фекер алышты.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү индексы арта.
"Агросәнәғәтҡә артабан ярҙам күрһәтеү өсөн беҙ 2026 йылға тиклем республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын төҙөнөк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Ошондай уҡ программаларҙы һәр муниципалитетта ҡабул итәсәктәр. Был аҙыҡ-түлек етештереү күләмен икеләтә – 200 миллиард һумға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк".
Ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, Башҡортостанда аграрийҙар һәм эшкәртеүселәр дәүләт ярҙамының барлыҡ сараларынан әүҙем файҙалана. Атап әйткәндә, улар ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә 3-14 миллион һум грант ала. Уларға алкоголһеҙ эсемлектәр һәм һут етештереү өсөн сеймал, техника, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплайҙар.
– Һәр төрлө дәүләт ярҙамы программаһы финанслау булғанда ғына эшләй. Былтыр беҙ еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күрһәттек, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы эшкәртеүселәренә ярҙамға 350 миллион һум йүнәлтәбеҙ, шуның 50 миллион һумын – быйыл, 150 миллион һумын – киләһе йыл, артабан 2026 йылға тиклем йыл һайын 30-ар миллион һум. Был сауҙа селтәрҙәрендә продукция күләмен икеләтә арттырыу, ассортиментты яҡшыртыу, республика баҙарын үҙебеҙҙең тауар менән байытыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта табыш аграрийҙарыбыҙҙа ҡалһын өсөн Башҡортостандан ситкә сеймал түгел, ә әҙер, төрөлгән продукция оҙатасаҡбыҙ.
Төбәк Башлығы июндә Сибайҙа булған “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса пленар дискуссия ойошторорға, ә 1 сентябрҙә тейешле программаны тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
“Ауыл сәғәте”ндә шулай уҡ республиканың ҡала-райондарында йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереү, фермерҙарҙың белемен камиллаштырыу, агросәнәғәткә яңы килгәндәрҙе уҡытыу буйынса фекер алыштылар.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142640.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас